text
stringlengths
11
900k
id
stringlengths
2
6
url
stringlengths
31
146
title
stringlengths
1
115
# Дональд Трамп До́нальд Джон Трамп (ингл. Donald John Trump; 14 июнь 1946 йыл) — Америка Ҡушма Штаттарының 45-се президенты (2017—2021), Республикандар партияһы вәкиле. Билдәле бизнесмен һәм медиамагнат, «Trump Organization» төҙөлөш конгломератының президенты, уйын һәм ҡунаҡхана бизнесы буйынса махсуслашҡан «Trump En...
110593
https://ba.wikipedia.org/wiki/Дональд_Трамп
Дональд Трамп
# Коала Коа́ла (лат. Phascolarctos cinereus) — Австралияла йәшәүсе муҡсалыларҙың бер төрө. Ике ҡырлы муҡсалылар (Diprotodontia) отрядынан берҙән-бер заманса коала һымаҡтар (Phascolarctidae) ғаиләһе вәкиле. # Коала ## Этимологияһы Коала һүҙе (ингл. koala) дараҡ һүҙенән gulawan йәки уның ҡыҫҡартылған формаһы gula киле...
181060
https://ba.wikipedia.org/wiki/Коала
Коала
# Латвия тарихы Латвия тарихы — беҙҙең эраға тиклем X—IX меңйыллыҡтан бөгөнгө көнгә тиклем хәҙерге Латвия ерендәге ваҡиғалар. # Латвия тарихы ## Тарихҡаса осор 16 000 йыл элек Латвия еренән боҙлоҡтар килә башлай, әммә беренсе кешеләр бында 11 000 йыл элек төпләнгән. Тәү кешеләр эҙҙәре кунд культураһы артефакттарына ...
102785
https://ba.wikipedia.org/wiki/Латвия_тарихы
Латвия тарихы
# Грязнуха (Чумыша ҡушылдығы) Грязнуха — Рәсәй йылғаһы. Алтай/ Новосибирск өлкәһе, Кемерово өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Чумыш йылғаһының уң ярына тамағынан 101 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км. # Грязнуха (Чумыша ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге ...
20150
https://ba.wikipedia.org/wiki/Грязнуха_(Чумыша_ҡушылдығы)
Грязнуха (Чумыша ҡушылдығы)
# Один О́дин, йәки Во́тан (прагерм. *Wōנanaz йәки *Wōנinaz; бор.-сканд. Óðinn) герман-скандинав мифологияһында юғары алла, астарҙың атаһы һәм етәксеһе, Бор менән Бестланың улы, Буриҙың ейәне. Аҡыл эйәһе һәм шаман, рун яҙмалары һәм хикәйәттәр (сага) белгесе, батша-ҡанбаба, сихырс -яугир, һуғыш һәм еңеү аллаһы, хәрби ар...
189930
https://ba.wikipedia.org/wiki/Один
Один
# Һамар дәүләт бәйләнеш юлдары университеты Һамар дәүләт бәйләнеш юлдары университеты — рус. Самарский государственный университет путей сообщения (СамГУПС) — Һамарҙағы юғары уҡыу йорто (вуз). Волга буйы төбәгендә тимер юл транспорты белгестәрен әҙерләүсе берҙән-бер университет. Университет ректоры —Андрончев Иван Кон...
169578
https://ba.wikipedia.org/wiki/Һамар_дәүләт_бәйләнеш_юлдары_университеты
Һамар дәүләт бәйләнеш юлдары университеты
# Розенберг Вера Михайловна Розенберг Вера Михайловна (1894—1965) — совет математигы һәм конструкторы. # Розенберг Вера Михайловна ## Биографияһы 1894 йылда Кувизино ауылында (хәҙер Валдай районы, Новгород өлкәһе) тыуған һәм үҫкән. 1918—1922 йылдарҙа шунда уҡ йәшәй, ауыл хеҙмәте менән шөғөлләнә. 1912 йылда Санкт-Пет...
159947
https://ba.wikipedia.org/wiki/Розенберг_Вера_Михайловна
Розенберг Вера Михайловна
# Еңеш суҡыһы Еңеш Суҡыһы (ҡырғ. Жеңиш чокусу, ҡыт. 托木尔峰, уйғ. Төмүр) Ҡаҡшал-Тау һыртындағы 7439 метрлыҡ суҡы, ялпы Тәңре-Тауҙың һәм Ҡырғыҙстандың иң бейек нөктәһе. # Еңеш суҡыһы ## Тасуирламаһы Ҡырғыҙстандың Эҫек-Күл өлкәһе менән Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы сигендә урынлашҡан. Элекке ШСЙБ-ның 7000 метр...
197718
https://ba.wikipedia.org/wiki/Еңеш_суҡыһы
Еңеш суҡыһы
# Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы (17 декабрь 1956 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 2019 йылдың ғинуарынан 2022 йылдың 18 майынаса «Башспирт» йәмғиәтенең генераль директоры. 2000—2003 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы; 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премь...
183764
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ноғоманов_Рәүеф_Сәмиғулла_улы
Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы
# Дитерихс Михаил Константинович Дитерихс Михаил Константинович (17 апрель 1874 йыл — 9 октябрь 1937 йыл) — Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑лейтенант (1918). 1904—1905 йылдарҙағы Рус‑япон һәм Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт ғәскәренең почётлы казактары (Ил егете) исемлегенә индерелгән (1...
154682
https://ba.wikipedia.org/wiki/Дитерихс_Михаил_Константинович
Дитерихс Михаил Константинович
# Кешенең йөклөлөгө Кешенең йөклөлөгө (лат. graviditas) — ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив ағзаларында эмбриондың йәки яралғының үҫешеүе. Йөклөлөк инә һәм ата енси күҙәнәктәренең инәлек көпшәһендә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, артабан 46 хромосомаһы булған зигота ярала. Күҙәнәктәр бүленеүе һөҙөмтәһендә бластоциста барл...
59643
https://ba.wikipedia.org/wiki/Кешенең_йөклөлөгө
Кешенең йөклөлөгө
# Сармашбаш Сармашбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Зәй районы ауылы. Сармашбаш ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора. # Сармашбаш ## География Ауыл Сармаш йылғаһы буйында, Зәй ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. # Сармашбаш ## Тарих Сармашбаш — аҫаба башҡорттарҙы...
113175
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сармашбаш
Сармашбаш
# Джунейт Арҡын Джунейт Арҡын (төр. Cüneyt Arkın; тыуғас ҡушылған исеме Фәхретдин Йөрәклебатыр, төр. Fahrettin Cüreklibatır; 7 сентябрь 1937 йыл) — Төркиә актёры, режиссёр һәм продюсер. Арҡын — медицина докторы, шулай уҡ яугирлыҡ сәнғәтенең етенән артыҡ төрө буйынса киң танылған оҫта. Ул дөйөм алғанда 310-дан артыҡ фи...
156422
https://ba.wikipedia.org/wiki/Джунейт_Арҡын
Джунейт Арҡын
# Айбикә (повесть) «Айбикә» — башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның 1931 йылда башҡорт телендә яҙылған повесы. Социалистик үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың азатлығына арналған милли әҙәбиәттең тәүге әҫәрҙәренең береһе. Повесть патриархаль ҡараштарға ҡаршы көрәш символына һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн социал...
199388
https://ba.wikipedia.org/wiki/Айбикә_(повесть)
Айбикә (повесть)
# Күперле шарлауығы Күперле шарлауығы — Башҡортостандың Мәләүез районында Нөгөш йылғаһы үҙенендәге Башҡортостан милли паркы биләмәһендә шарлауыҡ. Күперле инеше ҡаянан ағып төшкән урында шарлауыҡ хасил була. Был ерҙәрҙә карст тоҡомдарының һыуға иреүе һәм мәмерйә, ҡыуышлыҡ, соҡор яһалыуы менән бәйле күренештәр бихисап. ...
8767
https://ba.wikipedia.org/wiki/Күперле_шарлауығы
Күперле шарлауығы
# Бетүлән ?Бетүлән : Мытник лесной — типовой вид рода : Фәнни классификация : | Батшалыҡ: | Үҫемлектәр | | Бүлексә: | Ябыҡ орлоҡлолар | | Класс: | Ике өлөшлөләр | | Тәртип: | Баллыбабай сәскәлеләр | | Ғаилә: | Һаҫығүлән һымаҡтар | | Ырыу: | Бетүлән | Латинса исеме : Pedicularis L., 1753 : | Викитөрҙәр систематикаһы | ...
76858
https://ba.wikipedia.org/wiki/Бетүлән
Бетүлән
# Коркино (ҡала) Коркин (рус. Коркино) — ҡала, Рәсәй Федерацияһы, Силәбе өлкәһе Коркин районының административ үҙәге. Оло Силәбе агломерацияһы составындағы муниципалитет. Ҡала Көньяҡ Уралда урынлашҡан, ҡаланан 35 км алыҫлыҡта — Силәбе. Ҡалала Көньяҡ Урал тимер юлы линияһының Силәбе — Троицк тармағы станцияһы урынлашҡа...
173116
https://ba.wikipedia.org/wiki/Коркино_(ҡала)
Коркино (ҡала)
# Полигон (предприятие) Полигон — Рәсәй ғилми-етештереү предприятиеһы, радиоэлектроника һәм телекоммуникация ҡорамалдарын эшләү, етештереү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Предприятие ҡорамалдарҙы (коммутаторҙар, маршрутизаторҙар, конверторҙар, шлюздар һ. б.) элемтә операторҙары, сәнәғәт предприятиелары, ведомство ...
128680
https://ba.wikipedia.org/wiki/Полигон_(предприятие)
Полигон (предприятие)
# Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы (27 март 1950 йыл — 7 апрель 2020 йыл) — артист. 1972—2013 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурсаҡ театры актёры. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы. # Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы...
110618
https://ba.wikipedia.org/wiki/Дәүләтбаев_Фәтих_Ислам_улы
Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы
# Шәмсетдинова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Шәмсетдинова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы (24 октябрь 1961 йыл) — башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары һәм Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы.2021 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәг...
116739
https://ba.wikipedia.org/wiki/Шәмсетдинова_Рәшиҙә_Рәшит_ҡыҙы
Шәмсетдинова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы
# Мөхәррәм Мөхәррәм — һижри иҫәп менән йылдың беренсе айы. 29 йәки 30 көндән килә. | Һ | М | Беренсе көн | Аҙаҡҡы көн | | 1431 | 2009 2010 | 18 декабрь | 15 гыйнвар | | 1432 | 2010 2011 | 7 декабрь | 4 ғинуар | | 1433 | 2011 | 26 ноябрь | 25 декабрь | | 1434 | 2012 | 15 ноябрь | 13 декабрь | | 1435 | 2013 | 4 ноябрь |...
26043
https://ba.wikipedia.org/wiki/Мөхәррәм
Мөхәррәм
# Жуков Евгений Михайлович Жуков Евгений Михайлович (10 (23) октябрь 1907 йыл, Варшава, Польша батшалығы, Рәсәй империяһы — 9 март 1980 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың ғалим-тарихсыһы, академик, СССР Фәндәр Академияһы ( 20.06.1958) академигы, 1968—1979 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты директоры, Совет ...
162975
https://ba.wikipedia.org/wiki/Жуков_Евгений_Михайлович
Жуков Евгений Михайлович
# Өсъяпраҡ ?Вахта үләне : Вахта үләне : Фәнни классификация : | Батшалыҡ: | Үҫемлектәр | | Бүлексә: | Ябыҡ орлоҡлолар | | Класс: | Ике өлөшлөләр | | Тәртип: | Астра сәскәлеләр | | Ғаилә: | Вахта үләне һымаҡтар | | Ырыу: | Вахта L. 1753 | | Төр: | Вахта үләне | Латинса исеме : Menyanthes trifoliata L. : | Викитөрҙәр си...
14886
https://ba.wikipedia.org/wiki/Өсъяпраҡ
Өсъяпраҡ
# Урал—Волга буйы төрки теле Иҫке башҡорт теле (иҫк. башҡ.: ترکی); татар. иске татар әдәби теле, İske tatar ädäbi tele, ایسكی تاتار تلی) — иҫке әҙәби тел, XIV—XX быуаттарҙа төрлө төрки халыҡтар ҡулланған яҙма тел. Монгол осоронан һуң төрки телдәрҙең бер тармағы булып ҡалыплаша. Төбәктәрҙә бер нисә төрө булыуға ҡарамаҫ...
171302
https://ba.wikipedia.org/wiki/Урал—Волга_буйы_төрки_теле
Урал—Волга буйы төрки теле
# Эстонияла бөйөк аслыҡ (1695-1697) Бөйөк аслыҡ (эст. Suur nälg) Эстонияла ике йыл эсендә (1695—1697) Эстония һәм Ливония халҡының биштән бер өлөшөнөң (70 000-дән 75 000-гә тиклем кеше) ғүмерен өҙә. 1694 йылда сәсеүлектәр өсөн уңайһыҙ климат шарттары барлыҡҡа килә, ә 1695 йылдың йәйе һалҡын һәм ямғырлы була. Һуңынан й...
191631
https://ba.wikipedia.org/wiki/Эстонияла_бөйөк_аслыҡ_(1695-1697)
Эстонияла бөйөк аслыҡ (1695-1697)
# Шәмғолов Шәмғолов — фамилия. * Шәмғолов Мәҙийәр (1874—1939) — мосолман дин әһеле. Кобе мәсетенең беренсе имамы (1935—1938). * Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы (1921—1945) — Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң).
181138
https://ba.wikipedia.org/wiki/Шәмғолов
Шәмғолов
# Триалети һырты Триалети һырты (груз. თრიალეთის ქედი) — Грузияла Тбилисиҙан көнбайышта Кураның уң яғы буйлап һуҙылған тау һырты, оҙонлоғо — 150-нән 200-гә тиклем километр, киңлеге — 30 километр самаһы. Һырт эре һыубүләр булып тора. Палеоген дәүерендә влкандар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә хасил булған, флишлы һәм вулкан с...
134104
https://ba.wikipedia.org/wiki/Триалети_һырты
Триалети һырты
# Һыу баҫыу Һыу баҫыу — һыу кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә ҙур территорияның һыу аҫтында ҡалыуып экономикаға, социаль сфераға, тәбиғи мөхиткә зыян килтерә торған афәт. Көнбайыш Европала Дунай, Сена, Рона, По һәм башҡа йылғаларҙа, Ҡытайҙа — Янцзы һәм Хуанхэ, АҠШ-та Миссисипи һәм Огайо йылғаларында ташҡын була. Шулай уҡ ...
114864
https://ba.wikipedia.org/wiki/Һыу_баҫыу
Һыу баҫыу
# Касаткина Людмила Ивановна Касаткина Людмила Ивановна (15 май 1925, Новое Село ауылы — 22 февраль, 2012 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актрисаһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1975). Ағалы-энеле Васильевтар исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы (1976) һәм Ленин комсомолы премияһы (1968). # Касаткина Людмил...
156706
https://ba.wikipedia.org/wiki/Касаткина_Людмила_Ивановна
Касаткина Людмила Ивановна
# Буддизм фәлсәфәһе Будди́зм фәлсәфәһе — буддизм мәктәбенең төрлө йүнәлештәре һәм мәктәптәре сиктәрендә донъяны, кешене аңлауға һәм танып белеүгә рациональ нигеҙләнгән ҡараштар системаһы. Буддизм фәлсәфәһе брахмандарҙың ҡоро фекерләүгә ҡоролған һығымталарына нигеҙләнеп, үҙҙәренең терминдарында шул уҡ проблемалы ҡырҙа ...
155991
https://ba.wikipedia.org/wiki/Буддизм_фәлсәфәһе
Буддизм фәлсәфәһе
# Вертеп (театр) Вертéп (иск.-слав. врътъпъ, вьртьпъ — мәмерйә, тау ҡыҫығы; укр. верте́п, батле́йка, бел. батле́йка — Вифлеем ҡалаһы исеменән аталған) — халыҡ ҡурсаҡ театры, сәхнә майҙансығын хәтерләткән ике ҡатлы ағас йәшниктән ғибарәт. Рәсәйгә вертеплы театр XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында Польшанан Украина һ...
107267
https://ba.wikipedia.org/wiki/Вертеп_(театр)
Вертеп (театр)
# Кледен (Арендзее) Кледен (Арендзее) (нем. Kläden (bei Arendsee)) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан коммуна. 2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 228 кеше йәшәй. Майҙаны — 11,16 км². Диңгеҙ кимәленән 29 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 39619 һәм автомоби...
30675
https://ba.wikipedia.org/wiki/Кледен_(Арендзее)
Кледен (Арендзее)
# Йүкә аллеяһы (Дондағы Ростов) Йүкә аллеяһы — аллея Беренсе Май исемендәге паркты тәүҙә Йәйге коммерция клубы баҡсаһы, хәҙер Дондағы Ростовта Физик культура йорто булған көнбайыш өлөшөндә киҫеп үтә. Йүкә аллеяһына 120 йылдан ашыу. # Йүкә аллеяһы (Дондағы Ростов) ## Тарихы һәм һүрәтләнеше Баҡса территорияһын бүлегел...
117575
https://ba.wikipedia.org/wiki/Йүкә_аллеяһы_(Дондағы_Ростов)
Йүкә аллеяһы (Дондағы Ростов)
# Алмас (минерал) Алмас (боронғо төрки. almaz, һүҙмә-һүҙ «бирешмәҫ», ғәр. ألماس‎ ['almās] һәм бор. грек. ἀδάμας («емерелмәҫ») — иң ҡаты минерал, тәбиғи углеродтың кристаллик төҙөлөшлө төрҙәренең береһе, куб углеродтың аллотроп формаһы. Нормаль шарттарҙа метастабиль, йәшәү осоро сикһеҙ булыуы мөмкин. Ғәҙәттә, алмас кри...
70604
https://ba.wikipedia.org/wiki/Алмас_(минерал)
Алмас (минерал)
# Гонконг Гонко́нг|香港|Hong Kong|Hoeng¹gong², Хёнкон|'Сянга́н'}} (ҡыт. ғәҙәти 香港特別行政區, ябайл. 香港特别行政区, пиньин: Xiānggǎng Tèbié Xíngzhèngqū, ингл. Hong Kong Special Administrative Region) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының махсус административ районы (иер. 香港特別行政區, ингл. Hong Kong Special Administrative Region, кант. Һоңкоң ...
59375
https://ba.wikipedia.org/wiki/Гонконг
Гонконг
# Евразия иҡтисади берләшмәһе Евразия иҡтисади берлеге менән бутамаҫҡа. Евразия иҡтисади берләшмәһе (рус. Еврази́йское экономи́ческое соо́бщество, ЕврАзЭС) (2001—2014) — элекке СССР-ҙың бер нисә республикаһынан торған халыҡ-ара иҡтисади ойошма. Таможня берлеген һәм Берҙәм иҡтисади киңлекте булдырыу, шулай уҡ иҡтисади ...
143668
https://ba.wikipedia.org/wiki/Евразия_иҡтисади_берләшмәһе
Евразия иҡтисади берләшмәһе
# Жанна д’Арк Жанна д’Арк (хәҙерге франц. Jeanne d'Arc, 1412 йыл — 1431 йылдың 30 майы) — Францияның 15-се быуат батыр ҡыҙы. 17 йәшендә ул инглиз ҡамауы аҫтында ҡалған Орлеан ҡалаһын Франция дофины Карл биргән ғәскәр ярҙамында ҡамауҙан ҡотҡара. Бер нисә тиҙ еңеүҙән һуң, уның етәкселеге аҫтында Франция ғәскәре Реймс ҡа...
3476
https://ba.wikipedia.org/wiki/Жанна_д’Арк
Жанна д’Арк
# Юккун-Еган Энтль-Гун-Еган — Рәсәйҙәге йылға. Ханты-Манси АО биләмәләрендә аға. Йылға КАР/ОБЬ/1488/4/59/198 ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 26 км. # Юккун-Еган ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Обь йылғаһы Вах йыл...
63442
https://ba.wikipedia.org/wiki/Юккун-Еган
Юккун-Еган
# Самур милли паркы Самур милли паркы (рус. Саму́рский (национальный парк)) — Дағстан Республикаһы территорияһындағы дәүләт милли паркы. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. # Самур милли паркы ## Дөйөм мәғлүмәттәр Милли парк Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 декабрендәге 1839-сы һанлы Указына ярашлы булд...
193912
https://ba.wikipedia.org/wiki/Самур_милли_паркы
Самур милли паркы
# Сэвк-Яха (Матюй-Яха ҡушылдығы) Сэвк-Яха — Рәсәй йылғаһы. Ямал-Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Матюй-Яха йылғаһының һул ярына тамағынан 64 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 52 км. # Сэвк-Яха (Матюй-Яха ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Обь һыу бассейны...
24617
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сэвк-Яха_(Матюй-Яха_ҡушылдығы)
Сэвк-Яха (Матюй-Яха ҡушылдығы)
# Житникова Варвара Павловна Житникова Варвара Павловна (1 декабрь 1917 йыл — 14 декабрь 1984 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Украина ССР-ы Харьков өлкәһе «Ҡыҙыл тулҡындар» орлоҡсолоҡ совхозы звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). # Житникова Варвара Павловна ## Биографияһы Варвара Павловна Житникова...
160057
https://ba.wikipedia.org/wiki/Житникова_Варвара_Павловна
Житникова Варвара Павловна
# Әйүпов Вадим Рәмил улы Әйүпов Вадим Рәмил улы (13 октябрь 1974 йыл) — спортсы, тренер. 1995—2005 йылдарҙа фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2006—2009 йылдарҙа рапира менән фехтование буйынса Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең халыҡ-ара ...
143852
https://ba.wikipedia.org/wiki/Әйүпов_Вадим_Рәмил_улы
Әйүпов Вадим Рәмил улы
# Яншин Александр Леонидович Яншин Александр Леонидович (28 март 1911 йыл, Смоленск — 9 октябрь 1999 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-геологы, СССР Фәндәр академияһы академигы (1958). СССР Фәндәр академияһының Себер филиалына һәм СССР Фәндәр академияһының Себер филиалының геология һәм геофизика институтына нигеҙ һ...
163160
https://ba.wikipedia.org/wiki/Яншин_Александр_Леонидович
Яншин Александр Леонидович
# ICANN «Домен исемдәре һәм IP-адрестар менән идара итеү корпорацияһы» (Internet Corporation for Assigned Names and Numbers), ҡыҫҡартмаһы ICANN (уҡылышы айкэн) — 1998 йылдың 18 сентябрендә домен исемдәре, IP-адрестар һәм Интернет эшенең башҡа өлкәләре менән бәйле мәсьәләләрҙе көйләү өсөн АҠШ хөкүмәте ҡатнашлығында ойо...
136503
https://ba.wikipedia.org/wiki/ICANN
ICANN
# Грязнуша Грязнуша — Рәсәйҙәге йылға. Липецк өлкәһе, Тамбов өлкәһе, Воронеж өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Матыра йылғаһының һул ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 21 км. # Грязнуша ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Дон һыу бассейны округында урынлашҡан...
61413
https://ba.wikipedia.org/wiki/Грязнуша
Грязнуша
# Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры. # Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы ## Биографияһы Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1902 йылда Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына ...
175954
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәббәсов_Әхмәҙулла_Әхмәт_улы
Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы
# Факт Факт (лат. factum — ғәмәлгә ашҡан) — киң мәғәнәлә хәҡиҡәт синонимы була алған термин; ваҡиға йәки һөҙөмтә; ғәмәлдә булған, ә уйлап сығарылған түгел; дөйөмгә һәм абстрактҡа ҡапма-ҡаршы аныҡ һәм берҙән-бер. Фән философияһында факт — иҫбатлана ала торған эмпирик белемде, раҫламаны йәки шартты нығытыусы үҙенсәлекле...
108583
https://ba.wikipedia.org/wiki/Факт
Факт
# Хальмер-Шор (Инги-Юган ҡушылдығы) Хальмер-Шор — Рәсәйҙәге йылға. Ямал-Ненец АО, Ханты-Манси АО биләмәләрендә аға. Йылға Инги-Юган йылғаһының уң ярына тамағынан 6 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 22 км. # Хальмер-Шор (Инги-Юган ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға...
63797
https://ba.wikipedia.org/wiki/Хальмер-Шор_(Инги-Юган_ҡушылдығы)
Хальмер-Шор (Инги-Юган ҡушылдығы)
# Нохо-Сэв-Яга Нохо-Сэв-Яга — Рәсәй йылғаһы. Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Пыртей-Яга йылғаһының һул ярына тамағынан 25 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км. # Нохо-Сэв-Яга ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы...
22783
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нохо-Сэв-Яга
Нохо-Сэв-Яга
# Таганрог (станция) Таганрог вокзалы — Ростов төбәгендә Төньяҡ-Кавказ тимер юлы станцияһы Таганрог ҡалаһында Ихтилал Майҙанында урынлашҡан. Ҡала яны бәйләнеше өсөн тәғәйенләнгән. Вокзал бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Ростов өлкә советының Кесе советы менән 1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-с...
148941
https://ba.wikipedia.org/wiki/Таганрог_(станция)
Таганрог (станция)
# Шевчук Юрий Юлианович Ю́рий Юлиа́нович Шевчу́к (16 май 1957 йыл, Ягодное ҡала тибындағы ҡасабаһы, Магадан өлкәһе) — СССР һәм Рәсәйҙең рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актёр, рәссам һәм продюсер. «ДДТ» төркөмөн ойоштороусы, уның лидеры һәм алмашынмаҫ ҡатнашыусыһы. «ДДТ театры» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтен ойошто...
125969
https://ba.wikipedia.org/wiki/Шевчук_Юрий_Юлианович
Шевчук Юрий Юлианович
# Белорус аш-һыуы Белорус аш-һыуы— Белорусияның милли аш-һыуы. Картуфтан әҙерләнгән блюдоларҙың киң таралыуы һәм төрлө колбаса, ярма, бәшмәк, сусҡа ите ҡулланыу был кухняның үҙенсәлекле яғы. # Белорус аш-һыуы ## Тарихы Белорус кухняһы бер нисә йөҙ йылдар дауамында барлыҡҡа килгән. Был кухняның үҙенсәлеге климатик ша...
112096
https://ba.wikipedia.org/wiki/Белорус_аш-һыуы
Белорус аш-һыуы
# Яңы Троицкий (Ауырғазы районы) Яңы Троицкий (рус. Новотроицкое) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата кеше йәшәмәй. Почта индексы — 453484, ОКАТО коды — 80205849006. # Яңы Троицкий (Ауырғазы районы) ## Тарихы 1911 йылда Терәпә ауылынан сыуаш крәҫтиәндәре тарафынан нигеҙ һалын...
10199
https://ba.wikipedia.org/wiki/Яңы_Троицкий_(Ауырғазы_районы)
Яңы Троицкий (Ауырғазы районы)
# 2020 йыл III мең йыллыҡ : XIX быуат — XX быуат — XXI быуат — XXII быуат — XXIII быуат : Хронологик таблица : 2020 йыл башҡа календарҙар буйынса ошоға тура килә: : | Григориан стилендә | 2020 MMXX | | Юлиан стилендә | 2019—2020 (14 ғинуардан) | | Рим нигеҙләнгән көндән | 2772—2773 (4 майҙан) | | Константинополь эраһы...
158297
https://ba.wikipedia.org/wiki/2020_йыл
2020 йыл
# Ножига Ножига — Рәсәй йылғаһы. Кострома өлкәһе, Вологда өлкәһе, Түбәнге Новгород өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Вига йылғаһының һул ярына тамағынан 87 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 34 км. # Ножига ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Волга һыу бассейны округында ур...
18615
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ножига
Ножига
# Эх, Зөлфиә! (альбом) Эх, Зөлфиә! (Эх, Зөлфия! тип яҙылған) — «Дәрүиш Хан» башҡорт рок-төркөмөнөң Муха Records лэйблы тарафынан нәшер ителгән студия альбомы. Кассетала баҫтырылған. # Эх, Зөлфиә! (альбом) ## Йырҙар исемлеге Бөтә йырҙарға көй һәм һүҙҙәр авторы Дәрүиш Хан. * баҫма хатаһы: «Зәлфиә» тип яҙылған # Эх, З...
199365
https://ba.wikipedia.org/wiki/Эх,_Зөлфиә!_(альбом)
Эх, Зөлфиә! (альбом)
# Штемпеда Штемпеда (нем. ) — Германияла, Тюрингия ерендә урынлашҡан .
29755
https://ba.wikipedia.org/wiki/Штемпеда
Штемпеда
# Джимми Уэйлс Джимми Донал Уэйлс (ингл. Jimmy Donal Wales, шулай уҡ Джимбо (ингл. Jimbo) булараҡ билдәле;1966 йылдың 7 авгусында тыуған, Хантсвилл, Алабама, АҠШ) — АҠШ интернет-эшҡыуары, вики концепцияһы идеологы, Википедияға нигеҙ һалыусы, Викимедиа фонды рәйесе (2003—2006). 2011 йылдың йәйенән алып — Викимедиа фонд...
162605
https://ba.wikipedia.org/wiki/Джимми_Уэйлс
Джимми Уэйлс
# Дүртөйлө (мәғәнәләр) Дүртөйлө һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар. # Дүртөйлө (мәғәнәләр) ## Мәҡәләләр * Дүртөйлө — Башҡортостандағы ҡала, шул исемдәге район үҙәге. * Дүртөйлө — Башҡортостандағы район. * Дүртөйлө (Ауырғазы районы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. * Дүртөйлө (Дәүләкән районы) — Башҡортостанды...
101518
https://ba.wikipedia.org/wiki/Дүртөйлө_(мәғәнәләр)
Дүртөйлө (мәғәнәләр)
# Байназар мәктәбе Байназар урта мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. # Байназар мәктәбе ## Тарихы Байназар мәктәбе 1924 йылда 1-се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ ойошторола, 1934 йылдан — тулы булмаған урта мәктәп, ә 1951 йылдан урта мәктәпкә әүерелә...
187433
https://ba.wikipedia.org/wiki/Байназар_мәктәбе
Байназар мәктәбе
# Яңы Троицк (Яңауыл районы) Яңы Троицк (рус. Новотроицк) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 115 кеше. Почта индексы — 452822, ОКАТО коды — 80259830004. # Яңы Троицк (Яңауыл районы) ## Халыҡ һаны Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һ...
14261
https://ba.wikipedia.org/wiki/Яңы_Троицк_(Яңауыл_районы)
Яңы Троицк (Яңауыл районы)
# Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы (15 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}), Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы — 31 октябрь 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш), Өфө) — журналист, йырсы, композитор. Башҡортостан Республикаһыны...
132955
https://ba.wikipedia.org/wiki/Абдуллина_Нурия_Насибулла_ҡыҙы
Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы
# Ландсберг (Заале) Ландсберг (Заале) (нем. Landsberg (Saalekreis)) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан ҡала. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡалала 15424 кеше йәшәй. Майҙаны — 63,33 км². Диңгеҙ кимәленән 97 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 06186–06188 һәм автом...
29996
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ландсберг_(Заале)
Ландсберг (Заале)
# Цоббениц Цоббениц (нем. Zobbenitz) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан коммуна. 2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 344 кеше йәшәй. Майҙаны — 13,53 км². Диңгеҙ кимәленән 64 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 39638 һәм автомобиль коды — BK.
30086
https://ba.wikipedia.org/wiki/Цоббениц
Цоббениц
# Тюмыль-Лягаль-Кыке Тюмыль-Лягаль-Кыке — Рәсәй йылғаһы. Ямал-Ненец АО, Красноярск крайы биләмәләрендә аға. Йылға Воргэ-Тэма ҡушылдығының уң ярына тамағынан 24 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 36 км. # Тюмыль-Лягаль-Кыке ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Обь һыу ба...
17566
https://ba.wikipedia.org/wiki/Тюмыль-Лягаль-Кыке
Тюмыль-Лягаль-Кыке
# Һулыш Һулыш — кеше, хайуандар, үҫемлектәр һәм бик күп микроорганизмдар диссимиляцияһының төп өлөшө. Һулыш — ул метаболизмдың, йәғни тере организмда матдәләр һәм энергия алмашыныуының тейешенсә барыуын тәьмин итеүсе физиологик процесс. Тирә-яҡ мөхиттән кислород (О₂) алып, гомеостаз (эске мөхиттең тотороҡлолоғон) тәьм...
59629
https://ba.wikipedia.org/wiki/Һулыш
Һулыш
# Себенле ауыл Советы (Әлшәй районы) Себенле ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы муниципаль районындағы административ-территориаль һәм муниципаль берәмек. «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статустары һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законға» яра...
139961
https://ba.wikipedia.org/wiki/Себенле_ауыл_Советы_(Әлшәй_районы)
Себенле ауыл Советы (Әлшәй районы)
# Нурма (Кесе Кокшага ҡушылдығы) Нурма — Рәсәйҙәге йылға. Марий Эл Республикаһы,Сыуаш Республикаһы,Киров өлкәһе,Татарстан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Кесе Кокшага йылғаһының һул ярына тамағынан 176 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км. # Нурма (Кесе Кокшага ҡушылдығы) ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй д...
47110
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нурма_(Кесе_Кокшага_ҡушылдығы)
Нурма (Кесе Кокшага ҡушылдығы)
# Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы (1904 йыл — 4 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яуггиры, майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы комиссары, командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. # Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы ## Биографияһы Байғужа Сәйетғәле ...
176398
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сәйетғәлин_Байғужа_Сәйетғәле_улы
Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы
# Кивач Кивач (карел. Kivačču, фин. Kivatsu) — Карелия Республикаһының Суна йылғаһындағы шарлауыҡ # Кивач ## Дөйөм мәғлүмәттәр Шарлауыҡтың исеме, күрәһең, фин һүҙе «kiivas»,- «ҡеүәтле, йылдам» тигәнде аңлата. Бейеклеге 10,4 м һәм участкала дөйөм оҙонлоғо яҡынса 170 м. Түбәнге баҫҡысының текә ағыу бейеклеге — 8 м. Ша...
146918
https://ba.wikipedia.org/wiki/Кивач
Кивач
# Рәсәйҙә ислам Рәсәйҙә ислам — Рәсәй Федерацияһы территорияһында нығынған ислам дини ағымдар йыйылмаһы. Эксперттар мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 8 миллион самаһы мосолман бар. Рәсәй Федерацияһының Европа өлөшө мосолмандары диниә назараты раҫлауынса, Рәсәйҙә 20 миллионлап мосолман йәшәй. ВЦИОМ-дың бөтә Рәсәйҙә үткәргә...
148086
https://ba.wikipedia.org/wiki/Рәсәйҙә_ислам
Рәсәйҙә ислам
# РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы — 1943 йылда РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән булдырылған түш билдәһе. Алдынғылыҡты билдәләгән түш билдәһе — СССР-ҙа дәүләттең ғилми, хужалыҡ һәм оборона ҡеүәтен нығытыуға булышлыҡ иткән кешеләрҙе дәртләндереү (бүләкләү) формаларының б...
179492
https://ba.wikipedia.org/wiki/РСФСР-ҙың_халыҡ_мәғарифы_алдынғыһы
РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы
# Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы (25 ноябрь 1926 йыл—7 сентябрь 1995 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре кандидаты (1970), профессор (1993). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), юғары мәктәп уҡытыусыһы. # Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы ## Биографияһы Йәүҙәт Мансур улы Бикбаев 1926...
182969
https://ba.wikipedia.org/wiki/Бикбаев_Йәүҙәт_Мансур_улы
Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы
# Алан Тьюринг Алан Мэтисон Тьюринг (ингл. Alan Mathison Turing; 1912 йылдың 23 июне — 1954 йылдың 7 июне — инглиз математигы, логигы, криптографы, компьютер фәндәре ғалимы. Тьюринг компьютер фәндәре һәм яһалма интеллект тәғлимәтенең атаһы булараҡ танылыу яулаған. Ул тәҡдим иткән, хәҙерге компьютерҙың моделе булараҡ б...
67005
https://ba.wikipedia.org/wiki/Алан_Тьюринг
Алан Тьюринг
# Н. А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты Н, А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты. (тулы исеме: Федераль дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы «Н. А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты ») — Костромала урынлашҡан юғары уҡыу йорто. Университеттың төп уҡыу корпуст...
148698
https://ba.wikipedia.org/wiki/Н._А._Некрасов_исемендәге_Кострома_дәүләт_университеты
Н. А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты
# Тарсус Тарсус (элек Тарс), (төр. Tarsus, бор. грек. Ταρσός, әрм. Տարսոն, Тарсон) — Төркиәнең үҙәк өлөшөнөң көньяғында Адана—Мәрсин агломерацияһына (төр. Adana-Mersin Büyükşehir Bölgesi) ингән тарихи ҡала. Тарсус Мәрсин провинцияһының көнсығышында административ район хасил итә. # Тарсус ## Географияһы Ҡала Анатолия...
144918
https://ba.wikipedia.org/wiki/Тарсус
Тарсус
# Нисек барһың, тик шулай бул... (альбом) Нисек барһың, тик шулай бул... — «Дәрүиш Хан» башҡорт рок-төркөмөнөң Муха Records лэйблы тарафынан нәшер ителгән студия альбомы. Кассетала баҫтырылған. # Нисек барһың, тик шулай бул... (альбом) ## Йырҙар исемлеге Бөтә йырҙарға көй һәм һүҙҙәр авторы Дәрүиш Хан. * баҫма хатаһы...
199366
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нисек_барһың,_тик_шулай_бул..._(альбом)
Нисек барһың, тик шулай бул... (альбом)
# Лиманская Мария Филипповна Лиманская Мария Филипповна ире буйынса Шальнева (12 апрель, 1924 йыл-26 ноябрь 2024) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби регулировщик. Фотограф Евгений Халдей уны Бранденбург ҡапҡалары эргәһендә хәрәкәтте көйләп торғанында мәңгеләштерә. # Лиманская Мария Филипповна ## Биографияһы Л...
160139
https://ba.wikipedia.org/wiki/Лиманская_Мария_Филипповна
Лиманская Мария Филипповна
# Мелек-Нюр-Соим Мелек-Нюр-Соим — Рәсәйҙәге йылға. Ямал-Ненец АО, Ханты-Манси АО биләмәләрендә аға. Йылға Евыр-Юган йылғаһының һул ярына тамағынан 6 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 14 км. # Мелек-Нюр-Соим ## Һыу реестры мәғлүмәттәре Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Обь һыу бассейны округынд...
63671
https://ba.wikipedia.org/wiki/Мелек-Нюр-Соим
Мелек-Нюр-Соим
# Эверсман Эдуард Александрович Эдуард Александрович Эверсман (ориг. Эдуард Фридрих Эверсманн, Eduard Eversmann Friedrich; 11 ғинуар 1794(17940111) — 14 апрель 1860, Ҡазан) — Рәсәй империяһы натуралисы, ботаник, зоолог, энтомолог һәм лепидоптеролог, табип һәм сәйәхәтсе. Милләте буйынса немец. # Эверсман Эдуард Алекса...
162955
https://ba.wikipedia.org/wiki/Эверсман_Эдуард_Александрович
Эверсман Эдуард Александрович
# Бунге Александр Андреевич Бунге Александр Андреевич (нем. Alexander Georg von Bunge; 1803-1890) — немец-урыҫ ботанигы, Император Санкт-Петербург Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Дерпт университеты профессоры. # Бунге Александр Андреевич ## Биографияһы Александр Андреевич Бунге 1821 йылда Дерпт университет...
163823
https://ba.wikipedia.org/wiki/Бунге_Александр_Андреевич
Бунге Александр Андреевич
# Ромашкин Иван Данилович Ромашкин Иван Данилович (15 сентябрь 1909 йыл — 26 сентябрь 1998 йыл) — 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Гвардия танк бригадаһының мотоуҡсылар батальоны командиры. Гвардия майоры (1956). Советтар Союзы Геройы (1945). # Ромашкин Иван Данилович ## ...
144190
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ромашкин_Иван_Данилович
Ромашкин Иван Данилович
# Измир Измир (төрөк. İzmir; шулай уҡ Сми́рна, грек. Σμύρνη) — халыҡ һаны буйынса Төркиәнең өсөнсө ҡалаһы (2013 йылда 2,8 миллион кеше) һәм порты ҙурлығы буйынса, Истанбулдан ҡала, илдә икенсе. Измир провинцияһының административ үҙәге. Антиклыҡ осоронда Измир территорияһында грек ҡалаһы Смирна булған. Урта диңгеҙ басс...
111119
https://ba.wikipedia.org/wiki/Измир
Измир
# Тихомиров Александр Андреевич Тихомиров Александр Андреевич (1 октябрь 1850 йыл — 23 октябрь 1931 йыл) — Рәсәй империяһы биологы, зоология докторы.1899-1904 йылдарҙа Мәскәү университеты ректоры, йәшерен советнигы (1912). Мәскәү университеты ҡарамағындағы боронғо Рәсәй тарихы һәм йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. # Т...
180362
https://ba.wikipedia.org/wiki/Тихомиров_Александр_Андреевич
Тихомиров Александр Андреевич
# Ирек майҙаны (Ҡазан) Ирек майҙаны (рус. Площадь Свободы) — Ҡазандың тарихи үҙәгендә урынлашҡан майҙан, ҡаланың иң мөһим ике майҙандарының береһе. Ҡазан ханлығының Иреге өсөн алыш ваҡытында 1552 йылда Ирек майҙаны урынында ҡанлы бәрелештәр булған. Биләмә аша төньяҡтан көньяҡҡа барыусы Карл Маркс һәм Театр урамдары һә...
198144
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ирек_майҙаны_(Ҡазан)
Ирек майҙаны (Ҡазан)
# Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы (23 апрель 1953 йыл) — ғалим-терапевт-кардиолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәтт...
128197
https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғилметдинова_Лира_Тәлғәт_ҡыҙы
Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы
# Нурия Нурия— башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. # Нурия ## Этимология Нурия — ғәрәп теленән нурлы тигәнде аңлата. # Нурия ## Билдәле кешеләр * Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы (15 июль 1931 йыл — 4 ноябрь 2000 йыл) — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһының флотаторҙар бригадаһы етәксеһе (1968...
177565
https://ba.wikipedia.org/wiki/Нурия
Нурия
# Эргма Эне Эргма Эне (эст. Ene Ergma) (29 февраль, 1944 йыл) — эстон астрофизигы һәм сәйәсмәне, Эстония Фәндәр академияһы ағзаһы. 2003—2006 һәм 2007—2014 йылдарҙа Рийгикогу (Эстония парламенты) рәйесе була. 2007 йылдың майынан — «Ватан союзы һәм Res Publica» партияһы рәйесе урынбаҫары. # Эргма Эне ## Белеме Эне Эрг...
160407
https://ba.wikipedia.org/wiki/Эргма_Эне
Эргма Эне
# Пшеничнюк Анатолий Харитонович Пшеничнюк Анатолий Харитонович (2 ғинуар 1936 йыл — 5 ғинуар 2016 йыл) — археолог. Тарих фәндәре кандидаты (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). # Пшеничнюк Анатолий Харитонович ## Биографияһы Анатолий Харитонович Пшеничнюк 1936 йылдың 2 ғинуарын...
123938
https://ba.wikipedia.org/wiki/Пшеничнюк_Анатолий_Харитонович
Пшеничнюк Анатолий Харитонович
# Юнысов Марат Сабир улы Юнысов Марат Сабир улы (18 март 1940 йыл) — үзбәк һәм Рәсәй химик ғалимы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016). Химия фәндәре докторы (1974), профессор (1983). # Юнысов Марат Сабир улы ## Биографияһы Марат Сабир улы...
117263
https://ba.wikipedia.org/wiki/Юнысов_Марат_Сабир_улы
Юнысов Марат Сабир улы
# Йоһаннес Брамс Йоһа́ннес Брамс (нем. Johannes Brahms; 7 май 1833 йыл — 3 апрель 1897 йыл) — немец композиторы, романтизм осороноң төп вәкилдәренең береһе. # Йоһаннес Брамс ## Биография Йоһаннес Брамс 1833 йылдың 7 майында Һамбургтың Шлютерсһоф кварталында ҡала театры контрабасисы Якоб Брамс ғаиләһендә тыуған. Комп...
59652
https://ba.wikipedia.org/wiki/Йоһаннес_Брамс
Йоһаннес Брамс
# Палмилья (коммуна) Палмилья (исп. Palmilla) — Чилилағы ҡала. Шулай уҡ шул исемдәге коммунаның административ үҙәге. Ҡала менән коммуна Кольчагуа провинцияһына ҡарай. Ҡала халҡы — 2088 кеше (2002). Коммунаның майҙаны — 237,3 км². Халыҡ һаны — 11596 кеше (2006). Халыҡ тығыҙлығы — 48,87 кеше/км². # Палмилья (коммуна) #...
82991
https://ba.wikipedia.org/wiki/Палмилья_(коммуна)
Палмилья (коммуна)
# Алабуға (күл, Ҡарабаш) Алабуға - рус. Алабуга - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл # Алабуға (күл, Ҡарабаш) ## Географияһы Алабуға - Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округына ҡараған, Ҡарабаш ҡалаһынан һәм Уйылды күленән йыраҡ түгел урынлашҡан һыу ятҡылығы Силәбегә тиклем араһы — 100 км, ...
152753
https://ba.wikipedia.org/wiki/Алабуға_(күл,_Ҡарабаш)
Алабуға (күл, Ҡарабаш)
# Географик атамаларҙың дәүләт каталогы Географик атамаларҙың дәүләт каталогы (рус. Государственный каталог географических названий Ҡалып:Сокр, А — автоматизированный) — Рәсәй территорияһында миллионға яҡын географик объекттың, уның континенталь шельфының һәм Рәсәй Федерацияһының эксклюзив иҡтисади зонаһының fnfvfkfhs...
182071
https://ba.wikipedia.org/wiki/Географик_атамаларҙың_дәүләт_каталогы
Географик атамаларҙың дәүләт каталогы
# Сербия халҡы Сербияның халҡы нигеҙҙә сербтарҙан тора. Милли әҙселектә: албандар (Косовола күпселекте тәшкил итәләр), венгрҙар (башлыса Воеводинала), сиғандар, боснактар, хорваттар, словактар, румындар, болгарҙар һәм башҡалар. Воеводина әүәл — Австро-Венгрия, ә ҡалған Сербия (шул иҫәптән Косово) Ғосман империяһы сост...
117810
https://ba.wikipedia.org/wiki/Сербия_халҡы
Сербия халҡы
# Яңы Исай Яңы Исай (рус. Новоисаево) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 9 кеше. Почта индексы — 452445, ОКАТО коды — 80245840003. # Яңы Исай ## Халыҡ һаны Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше) | Иҫәп алыу йылы һәм көнө | ...
13194
https://ba.wikipedia.org/wiki/Яңы_Исай
Яңы Исай
# Цваймен Цваймен (нем. Zweimen) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан коммуна. 2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 323 кеше йәшәй. Майҙаны — 7,31 км². Диңгеҙ кимәленән 91 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 6254 һәм автомобиль коды — SK.
30441
https://ba.wikipedia.org/wiki/Цваймен
Цваймен
# Шишмә тораһы II Шишмә тораһы II (рус. Чишминская стоянка II) — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шишмә ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. III мең йыллыҡ уртаһына ҡараған археологик ҡомартҡыһы. # Шишмә тораһы II ## Тасуирламаһы ### Урынлашыуы Шишмә тораһы II Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы ...
163779
https://ba.wikipedia.org/wiki/Шишмә_тораһы_II
Шишмә тораһы II
# Император вальсы «Император вальсы» (ингл. The Emperor Waltz) — 1948 йылда экранға сыҡҡан режиссёр Билл Уайлдерҙың кинофильмы. Таҫма «Оскар» премияһының ике номинацияһына — иң яҡшы фильм музыкаһы һәм төҫлө фильмда иң яҡшы костюмдар өсөн (Эдит Хэд һәм Джил Стил), шулай уҡ иң яҡшы америка мюзиклы өсөн АҠШ сценаристары...
158472
https://ba.wikipedia.org/wiki/Император_вальсы
Император вальсы
# Алёхин Тихон Егорович Алёхин Тихон Егорович (21 май 1913 йыл — 27 май 1970 йыл) — трактор бригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). # Алёхин Тихон Егорович ## Биографияһы Тихон Егорович Алёхин 1913 йылдың 21 майында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Ждановка ауылында тыуған. СССР-ҙың III саҡырылыш Юғары...
123519
https://ba.wikipedia.org/wiki/Алёхин_Тихон_Егорович
Алёхин Тихон Егорович